Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙының шәхси сайты

Эл.почта
gulbanu.ismagilova@mail.ru
Адрес сайта
ismileva_g_i.a2b2.ru

Мин -  Исмәғилева  Гөлбаныу  Ирек  ҡыҙы

Эшем  изге – уҡытыусы.

Эш урыным тик  бер  булды:  Ейәнсура  районының  Иҫәнғол  ауылы  башҡорт  гимназия-интернаты.

1993  йылда   ауыл  ерендә  асылған  беренсе  башҡорт  гимназияһы  булараҡ  билдәле  ул.Бөгөн  20  йыллыҡ  бай  тәжрибәһе  булған,  бихисап   уңыштары  менән  дан  тотҡан  уҡыу  йорто  ул. Башҡорт  рухы, башҡорт  ҡото  бар  был гимназияла . Ошо ҡотто, иң  тәү  сиратта,  башҡорт  теле  һәм  әҙәбиәте уҡытыусыһы  булдыра.  Шуға  ла  иңдәремә  ҙур  бурыстар  йөкмәгәнмен:

    - уҡыусыларымда   туған  телебеҙгә , бай  йөкмәткеле  әҙәбиәтебеҙгә  ҡарата   һөйөү  тәрбиәләү;   балаларҙы  яратыу;  һәр  баланы  шәхес  итеп  күреү   һәм   үҫтереү;  иң  мөһиме,  уларҙы  фекерләргә  өйрәтеү.

Әйҙә  фекерләһен  бала  үҙ  телендә,  

Ҡурҡмай әйтһен әйтер һүҙҙәрен. 

Иле,  халҡы   барған  изге  юлда 

Күрһәтә  алырлыҡ  булһындар  үҙҙәрен.